16:28 (UTC+5), 26 Ноября 2021

Республиканың 10 ғаиләһе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» дәүләт наградаһына лайыҡ булды

Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдарын тапшырҙы. Благовещен, Дәүләкән, Хәйбулла, Саҡмағош, Кушнаренко, Туймазы райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан 10 ғаилә юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды.

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева
1 из 7

Тантаналы сара  Әсә көнөнә арналды. Ишле, тәрбиәгә бала алған, шулай уҡ инвалид бала ҡараған ғаиләләр ата-әсә ҡаһарманлығы өсөн миҙал менән бүләкләнде.

«Беҙҙең республика – күп милләтле, мәҙәни һәм ғаилә традициялары һаҡланған төбәк. Бында ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеүҙең әһәмиәтле икәнен аңлап, республика етәкселеге ошо эштең бөтә йүнәлештәре буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Йыл һайын ғаиләләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, балалыҡ инфраструктураһын нығытыу өсөн яҡынса 100 миллиард һум бүләбеҙ. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, хәүефһеҙ һәм заманса балалар ҡаласыҡтары төҙөйбөҙ, парктарҙы төҙөкләндерәбеҙ, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын үҫтерәбеҙ, бала тыуҙырыу учреждениеларының матди-техник базаһын нығытабыҙ», - тине Андрей Назаров

Ишле ғаиләләр республика етәкселегенең даими иғтибары үҙәгендә тора, тип билдәләне премьер-министр. Республикала улар - 50 меңгә яҡын. Уларға белем биреү өлкәһендә, торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү, пособиеларҙың өҫтәмә төрҙәре буйынса ярҙам күрһәтелә, транспорт һалымы түләүҙән азат ителә.

Бүләкләү тантанаһында республика ғорурланырлыҡ ғаиләләр билдәләнде.

Благовещен районынан Миңлезаһиҙә Зәки ҡыҙы һәм Владимир Иванович Шичиндар 36 балаға лайыҡлы ата-әсә булған. Бөгөн ғаиләлә 22 бала тәрбиәләнә, алтауһының һаулыҡ мөмкинлектәре сикле.  

Дәүләкән районынан 10 бала тәрбиәләгән Гөлназ Фаил ҡыҙы һәм Айнур Яҡуп улы Ҡорманаевтар әүҙем тормош позицияһын биләй, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың һәм нығытыуҙың күркәм өлгөһө булып тора. 2021 йылда Айнур Яҡуп улы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнгән.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика