Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
86.96
-0.15
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2021, 10:17

Радий Хәбиров Кемерово өлкәһендәге шахтала һәләк булғандарҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кемерово өлкәһенең «Листвяжная» шахтаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. 25 ноябрҙә, «Ростехнадзор» мәғлүмәттәренә ярашлы, елләтеү штректарының береһендә шартлау яңғыраған.

Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:

«Башҡортостан халҡы исеменән «Листвяжная» шахтаһында кешеләр һәләк булыу сәбәпле ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам.

Был фажиғә йөрәктәребеҙҙе тетрәтте. Ошо көндәрҙә бөтә Кузбасс халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ.

Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы теләйем. Зыян күргәндәр тиҙерәк һауыҡһын».

Читайте нас: