Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
74.06
+0.09
83.81
-0.02
71.95
+2.28
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ноябрь , 09:37

Радий Хәбиров Яңы 2022 йылды байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Фото:Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы Яңы 2022 йылды байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Радий Хәбиров йөкләмәһенә ярашлы, яҡын арала хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә төрлө ведомстволарҙың вәкилдәренән торған ойоштороу комитеты булдырыла.  

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, ойоштороу комитеты яҡшы билдәләренә генә өлгәшкән балаларҙы, инвалид балаларҙы, уңыштар яулаған спортсыларҙы, сәнғәт тәрбиәләнеүселәрен, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балаларын, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, ишле ғаиләләрҙәге балаларҙы һәм башҡаларҙы бүләктәр менән тәьмин итергә тейеш.  

Тантаналар уҙғарғанда COVID-19 менән көрәш буйынса эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәү мотлаҡ.

Байрамды ойоштороу өсөн аҡса республика һәм муниципаль ҡаҙнанан бүленә.