
Рөстәм Ғәзизов бер тауыштан Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Бығаса ул ҡала хакимиәте башлығының сәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса беренсе урынбаҫары ине.
Белешмә
Рөстәм Ғәзизов 1983 йылда Башҡортостандың Шишмә районында тыуған. Өфө авиация университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлағас, бер нисә муниципаль һәм коммерция предприятиеларында эшләй. Дүрт йыл ғүмерен Өфөнөң Калинин районы хакимиәтендәге эшкә арнай: алыҫта урынлашҡан биләмәләр менән эшләү буйынса бүлек етәксеһе, башлыҡтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм кадрҙар, шулай уҡ халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары була. 2015 йылдың яҙында Рөстәм Ғәзизов Башҡортостан Репсубликаһы Башлығы идаралығына эшкә күсә. Шулай уҡ идара итеүсе кадрҙар резервында тора. 2017 йылдан Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй, күпмелер ваҡыт баш ҡала мэры вазифаһын башҡара.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.