10:26 (UTC+5), 17 Ноября 2021

Башҡортостан властары һәм Рәсәй тимер юлдары тимер юл инфраструктураһын ғәмәлгә ашырыу пландарын тикшерҙе

Фото: Олег Яровиков

Мәскәүҙә XV «Рәсәй транспорты» Халыҡ-ара форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте идараһы рәйесе – генераль директоры Олег Белозёровтың эшлекле осрашыуы булды.

Яҡтар республиканың тимер юл инфраструктураһын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Улар иҫәбендә – Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу өсөн Дим – Иглин участкаһында икенсе юл төҙөү.

«Башҡортостандың баш ҡалаһын урап уҙыу юлы – «Рәсәй тимер юлдары» менән ғәмәлгә ашырған күләмле проекттарҙың береһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был – Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең бик мөһим йүнәлеше, мин Рәсәй тимер юлдары етәкселегенә уртаҡ эштәрҙең яҡшы темптары өсөн рәхмәт белдерәм».

Был проект шулай уҡ баш ҡаланың аэропорт менән тимер юл бәйләнешен ойоштороуҙы ла үҙ эсенә ала, тип өҫтәне республика етксеһе. Өфө ҡулсаһын файҙаланыу башланғас, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары тиҙ һәм уңайлы транспорт төрөнә эйә була. Проектты ғәмәлгә ашырыу 2030 йылға йылына ташыған пассажирҙар һанын 6,5 миллионға тиклем арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш.

«Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте идараһы рәйесе – генераль директоры Олег Белозёров республика менән үҙ-ара эш итеүҙе юғары баһаланы.

«Транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙә пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү билдәләнгән пландарҙы уңышлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән эш перспективаларын күреү мөһим».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика