Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтында республика Конституцияһының тулы тексы рус һәм башҡорт телдәрендә донъя күрҙе.
– Башҡортостан парламенты республикабыҙҙың Төп Законына үҙгәрештәр индереү буйынса ҙур эш башҡарҙы, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында Рәсәй Федерацияһының яңыртылған Конституцияһының тезистары сағылыш тапты һәм үҫеш алды. Улар араһында – социаль гарантияларҙы нығытҡан, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, традицион ғаилә ҡиммәттәрен, халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән әһәмиәтле положениелар. Конституция – мөһим норматив документ, барлыҡ хоҡуҡ системаһының нигеҙе булып тора. Бер закон да, бер ҡарар йәки бойороҡ та Конституцияға ҡаршы килә алмай. Ике дәүләт телендәге документ Дәүләт Йыйылышы сайтында баҫылған. Башҡорт теленә тәржемә ителгән төп закон тәү сиратта бөтә кимәлдәге депутаттар, милли матбуғат журналистары, уҡытыу башҡорт телендә алып барылған уҡыу йорттары уҡытыусылары, уҡыусылары өсөн кәрәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.