08:51 (UTC+5), 18 Октября 2021

Башҡортостан Башлығы: «Кешеләрҙе ыҙалатырға һәм бизнесҡа ҡаршы бәрелергә беҙҙә маҡсат юҡ»

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
БР Башлығы Радий Хәбиров төбәк властарының сауҙа үҙәктәренә, кинтеатрҙарға, матурлыҡ салондарына, фитнес клубтарына, бассейндарға һәм башҡа урындарға инеүҙе сикләүҙе индереүгә үҙ фекерен әйтте. Ул, кешеләрҙе ыҙалатырға һәм бизнесҡа ҡаршы бәрелергә беҙҙә маҡсат юҡ, тип белдерҙе.
«Мин кисә сауҙа үҙәктәрендә булдым һәм хәлдәрҙе һораштым. Миңә, кешеләрҙе килеүе дүрт тапҡыр кәмене, тип яуапланылар. Шулай ҙа был хәр үҙгәрәсәк – беҙ был эште яңы ғына башламаныҡ, беҙҙ 1,5 миллион кеше вакциналанған, прививка яһатмаған 800 мең кеше ҡала. Әгәр ҙә беҙ көн дә 15 меңдән 20 меңгәсә кешене прививкалаһаҡ, Яңы йылға тиклем был бурысты үтәр инек, — тине Радий Хәбиров төбәк хөкүмәтендә аҙна һайын үткән кәңәшмәлә. — Шул уҡ йәһәттән мин барыһына ла әйтәм: беҙ коронавирус менән хәлде күҙәтәбеҙ. Ситуация рөхсәт итһә беҙ Роспотребнадзор менән кәңәшләшербеҙ ҙә сикләү нормаларын шунда уҡ туҡтатасаҡбыҙ. Кешеләрҙе ыҙалатырға һәм бизнесҡа ҡаршы бәрелергә беҙҙә маҡсат юҡ.»
Алдан хәбәр итеүебеҙсә 18 октябрҙә Башҡортостанда COVID-19 буйынса сикләүҙәрең өсөнсө этабы ғәмәлгә ине. Бөгөндән матурлыҡ салонына, косметика, СПА, массаж салонына, солярий, мунса, саунаға, физкультура-һауыҡтырыу комплексына, фитнес-клубына, бассейнға, 50 ултырыу урынына артыҡ йәмәғәт туҡланыу урынына ингәндә вакциналау тураһында QR-коды, ауырыған тураһында белешмә йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк. Һуңғыһы 27 октябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика