08:00 (UTC+5), 15 Октября 2021

Финанс һорауҙары буйынса баш ҡала вице-мэры Гөлнара Вәлиева мәрхүм булды

Горсовет Уфы
IMPORT Сервисный
15 октябрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, финанс идаралыҡ начальнигы Гөлнара Вәлиева 49 йәшендә вафат булды. Баш ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, вице-мэр COVID-19 менән ауырығандан һуң өҙлөгөүҙән донъя менән хушлашҡан.
Гөлнара Вәлиеваны һуңғы юлға оҙатыу 16 октябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙа башланасаҡ. Матәм митингы Ҡала мәҙәниәт һарайында (Өфө, Октябрь проспекты, 137) уҙасаҡ.
Гөлнара Вәлиева 1972 йылдың 4 февралендә Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ технология техникумын, Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисади институтын, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы «иҡтисад» һәм «юриспруденция» һөнәрҙәре буйынса тамамлаған. Эшен 1990 йылда Стәрлетамаҡ ҡала финанс бүлегендә ревизор-инспектор булып башлаған. Аҙаҡтан Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының иҡтисади һәм финанс һорауҙары буйынса урынбаҫары – финанс идаралыҡ начальнигы вазифаһына тиклем үрләгән. Был эштә ул 2011 йылдан алып 20217 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәтенә күсерелгәнгә тиклем булған.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмәнең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика