07:07 (UTC+5), 14 Октября 2021

Андрей Назаров: «Ауыл уҡытыусыларына һәм табиптарына ер биләмәләрен бушлай биреүҙе тиҙләтергә кәрәк»

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ауыл ерендә эшләүсе уҡытыусыларға һәм табиптарға ер биләмәләрен бушлай биреү процесын тиҙләтергә кәрәк тип белдерҙе.
Төбәк хөкүмәте ултырышында сығыш яһағанда Андрей Назаров күп балалы ғаиләләрҙең һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ер биләмәһен бушлай алыу хоҡуҡтары бар тине. 2020 йылдан алып ер урынына бер тапҡыр түләнә торған 250 мең һум аҡса һайларға ла мөмкин.
«Тәжрибә күрһәтеүенсә, ошолай итеп аҡса түләүҙе һайлау һорау менән файҙалана һәм күп балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр араһында булған сираттың кәмеүенә килтерә. Былтырғы октябрь айынан алып республикала аҡса түләүен алыу тураһында 600 таныҡлыҡ бирелгән», - тине темаға ҡарата БР Хөкүмәте Премьер-министры.
Республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, бөгөнгә төбәктең 18 меңдән ашыу ғаиләһе бының кеүек дәүләт ярҙамына мохтажлыҡ кисерә.
2021 йылда ер биләмәләрен тапшырыу динамикаһы күпкә кәмегән. Алдағы ярты йыллыҡта ни бары 490 биләмә бирелгән. Сәбәбе — күптәр ер урынына 250 мең һум аҡсаны һайлай. Был күп осраҡта ер биләмәһенең хаҡы бер тапҡыр түләнә торған аҡсанан кәм булған райондарҙа күҙәтелә.
«Республикала үткәрелгән һорау алыуҙы анализлағандан һуң шуныһы асыҡланды: 18 189 күп балалы ғаиләләрҙең һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең 80 %-ты тиерлек ер урынына аҡса алыуҙа хуп күрә, - тине Полянская. – Бының өсөн республика бюджетынан 3,5 миллиардтан ашыу һум аҡса бүлеү талап ителә. Был сумма тәҡдим ителгән ер биләмәләрен инженер инфраструктураһы менән тәьмин итеүгә киткән аҡса сығымынан ике тапҡырға кәмерәк».
Премьер-министр Андрей Назаров үҙ сиратында, ауыл уҡытыусыларына һәм табиптарына ер биләмәләрен биреү нисек ойошторолған тип ҡыҙыҡһынды.
«Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә беҙ хәҙер муниципалитеттарҙа эшләгән педагогик һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә шәхси хужалыҡ ҡорорға, йорт төҙөүгә ер биләмәләрен бушлай биреү буйынса закон проекты әҙерләйбеҙ», – тип хәбәр итте республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры.
Ерҙе икенсе кешегә һатыу булмаһын һәм йәш белгестәр ауылда эшкә ҡалһын өсөн тәүге этапта биләмәләрҙе биш йылға ҡуртымға тапшырыу күҙаллана. Аҙаҡтан йорт һалынғас ер милеккә тапшырыласаҡ.
«Был белгестәрҙе ауылда нығытыу өсөн яҡшы сара булып тора. Был законды ҡабул итеү әйтелгән йүнәлештәрҙә белгестәр дефицитын ҡаплар һәм төбәктәге социаль-иҡтисади хәлгә ыңғай йоғонто яһар», — тип белдерҙе Андрей Назаров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика