07:50 (UTC+5), 13 Октября 2021

Өфө мэрының яңы урынбаҫары барлыҡҡа килде, баш ҡала матбуғат хеҙмәте бөтөрөлдө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Өфө ҡала Советы депутаттары ултырышта Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге һәм матбуғат хеҙмәте һорауҙары менән шөғөлләнгән урынбаҫар вазифаһын бөтөрөргә ҡарар ҡылды. Шул уҡ мәлдә ҡала мэры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаровтың тәҡдиме буйынса депутаттар биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү һорауҙары буйынса вице-мэр вазифаһын индерҙе һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү, төҙөлөш эшмәкәрлеген координациялау идаралыҡтарын булдырҙы.
Ултырышта ҡала төҙөү контроле һәм рөхсәттәр биреү бүлеген Өфө ҡалаһы хакимиәте структураһынан алыу, уның функцияларын Төҙөлөш эшмәкәрлеген координациялау идаралығына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Ҡала Советы депутаттары артабан мэрияның матбуғат хеҙмәтен, мәғлүмәт-аналитика бүлеген берләштереп, Киң мәғлүмәт саралары менән мөнәсәбәт итеү идараһына күсерҙе. Уны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының гражданлыҡ йәмғиәте, кадрҙар тәьминәте, йәштәр сәйәсәте һәм спорт менән мөнәсәбәт буйынса урынбаҫары етәкләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика