06:02 (UTC+5), 12 Октябрь 2021

Башҡортостан Башлығы Алан Марзаевҡа «икеле» ҡуйҙы

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров «Йәшел Башҡортостан» акцияһын ойошторғаны һәм үткәргәне өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа «икеле» ҡуйҙы.
«Нисә ағас ултыртылғаны тураһында белдереү генә кәрәкмәй. Беҙ быны дүрт төркөмгә бүлергә һөйләшкәйнек. Беренсеһе —аллеялар», — тине Башҡортостан Башлығы һәм Нефтекама ҡалаһын һәм ултыртылған прокурорҙар аллеяһын миҫал итеп килтерҙе.
Төбәк етәксеһе артабан ҡарт ағастарҙы формалашып еткән эре үлсәмле ағастар менән алмаштырып, ҡалаларҙың үҙәк урамдарын тәртипкә килтереүҙе һораны. Был маҡсатта муниципалитет башлыҡтарына бюджетта суммалар ҡалдырырға кәрәк буласаҡ.
«Икенсеһе — ихаталарҙы йәшелләндереү. Өсөнсөһө — бушаған биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, дүртенсеһе - Дәүләт урман фондының урындарында ваҡ үҫентеләр ултыртыу», — тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевтың докладын төбәк Башлығы «икеле»гә баһаланы.
«Һеҙ тағы минең ҡушҡанды үтәмәнегеҙ! — тине төбәк етәксеһе. — Һеҙ һыу ҡойоу тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәнегеҙ. Быға тиклем булған теләһә ҡайҙа ултыртыу хаосын туҡтатырға кәрәк».
Алан Марзаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда быйыл «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 25 сентябрҙән 5 октябргә тиклем уҙғарылған. Сараларҙа 48 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, республиканың ауыл-ҡалалары биләмәләрендә 8,5 мең дана эре ағас, 69 мең дана ағас-ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртылған, ике мең дана ҡороған үҫенте алмаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика