08:44 (UTC+5), 07 Октября 2021

Ауырғазы районы башлығы Зөфәр Иҙрисов вазифаһын ҡалдырҙы

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ауырғазы районы башлығы Зөфәр Иҙрисов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Район советы депутаттары сираттан тыш ултырышта ошо мәсьәләне ҡарағандан һуң Иҙрисовтың отставкаһын ҡабул итте.
«Тыуған районым халҡы мәнфәғәте өсөн эшләүем минең өсөн оло мәртәбә булды. Дөйөм тырышлыҡ, республика ярҙамы менән һигеҙ йыл эсендә бик күп ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек, бөгөн Ауырғазы районы динамикалы үҫешә, байтаҡ социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәр йәһәтенән республикала алдынғылар иҫәбендә», — тип яҙҙы элекке башлыҡ.
Халыҡ һайланыусылары башлыҡ менән контракттың яңы проектын ҡараны, вакантлы вазифаны биләүгә конкурс тәғәйенләне. Муниципалитет етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса Арыҫлан Шәһәретдинов башҡара.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Зөфәр Иҙрисов Өфө хакимиәтенә эшкә күсә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика