14:36 (UTC+5), 30 Сентября 2021

Республика Башлығы Гай ҡалаһында үлтерелгән студенттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика Башлығы Радий Хәбиров Гай медицина колледжы студенттарының туғандары һәм яҡындары өсөн кәрәкле ярҙам ойошторорға ҡушты. Ул Баймаҡ һәм Күгәрсен райондары башлыҡтарына ҡағыла.
«Һәләк булған ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе ниндәй тойғолар кисереүен күҙ алдына ла килтерә алмайым. Хәҙер ғаиләләргә тейешле ярҙам күрһәтеү мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Һуңғараҡ муниципалитет башлыҡтарының мәрхүмдәрҙең ғаиләләре янына юлланыуы билдәле булды. Улар менән психологтар эшләй. Шулай уҡ бер ҡыҙҙың әсәһе менән Сибай ҡалаһында йәшәгәне билдәле булды. Хәҙер ҡала властары уның менән бәйләнешкә сығырға тырыша.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 30 сентябргә ҡарай төндә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында 17 йәшлек Айгизә У., 18 йәшлек Әҙилә Кәримованың һәм 19 йәшлек Зөлфиә Саникинаның мәйеттәре табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Полицейскийҙар енәйәтсене эҙләй, урында тәфтишселәр һәм криминалистар эшләй. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика