05:39 (UTC+5), 30 Сентября 2021

Радий Хәбиров Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
Кисә Нур-Солтандағы Дуҫлыҡ йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала тыуып үҫеп, хәҙер Ҡаҙағстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
Республика етәксеһе яҡташтарыбыҙҙы башҡортса сәләмләне.
«Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар! Һаумыһығыҙ! Ҡаҙағстанға барырға йыйынғанда республикабыҙҙа тыуып үҫеп, әлеге көндә бында йәшәгән, эшләгән, үҙҙәренең тамырҙары тураһында онотмаған яҡташтар менән осрашырға теләгәйнек, – тине Радий Хәбиров. – Ҡаҙағстанда бөтәһе 17 мең башҡорт дуҫ һәм татыу ғүмер кисерә».
Башҡортостан Башлығы ил етәкселегенә Ҡаҙағстанда йәшәгән бар халыҡтарға милли берҙәйлеген һаҡлау һәм үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған өсөн рәхмәт әйтте.
«Дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхите милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә, – тине Радий Хәбиров. – Белеүегеҙсә, беҙ башҡорт телен үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, бының өсөн заманса һанлы технологияларҙы ҡулланабыҙ. Йыл ярымда телде өйрәнеүселәрҙең әҙерлек кимәле төрлө булыуын иҫәптә тотоп, 12 мобиль ҡушымта булдырҙыҡ. Бөтәһен дә еңел генә күсереп алырға мөмкин. Минең телефонымда ла ошондай бер нисә ҡушымта бар».
Республика етәксеһе тиҙҙән «Башҡортсофт» русса-башҡортса онлайн-тәржемәсе сығасағын хәбәр итте, яҡташтарыбыҙҙы башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантта әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
«Бөгөн Нур-Солтанда Башҡортостан Конгресс-бюроһының Ҡаҙағстандағы вәкиллеге офисын астыҡ. Асылда был – тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн майҙансыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Уның бурыстарының береһе – Ҡаҙағстанда йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү».
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ватандаштарыбыҙҙы Рәсәйгә күсереү буйынса дәүләт программаһы тураһында ла һөйләне.
Ҡаҙағстандағы «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берекмәһе етәксеһе Урал Аҙнабаев билдәләүенсә, был – ошондай юғары кимәлдә үткән тәүге осрашыу.
«Башҡортостан Башлығы менән аралашыу – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, – тине Урал Аҙнабаев. – Беҙҙең «Аҡбуҙат» этномәҙәни берекмәһе 2017 йылда ойошторолдо. Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ, башҡорт мәҙәниәте кисәләре, байрамдар, күргәҙмәләр уҙғарабыҙ, башҡорт фильмдарын күрһәтәбеҙ, спорт турнирҙары ла ситтә ҡалмай, Йәштәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Киләсәктә йәкшәмбе мәктәбе һәм уҡ атыу буйынса спорт клубы асырға уйыбыҙ бар. Эшебеҙҙә Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы илселеге, шулай уҡ Башҡортостан дәүләт власы органдарының ярҙамын тоябыҙ».
https://www.bashinform.ru/news/1651788-radiy-khabirov-vstretilsya-s-urozhentsami-bashkortostana-prozhivayushchimi-v-kazakhstane-/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика