06:23 (UTC+5), 29 Сентябрь 2021

Өфө ҡалаһы советына яңы рәйес һайланды

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө ҡалаһы советының бишенсе саҡырылыш депутаттары Советтың яңы рәйесен һайланы. Комиссия был вазифаға «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкиле Марат Вәсимовты тәҡдим итте. Мәсьәлә тауыш биреүгә ҡуйылды, халыҡ һайланыусыларының күпселеге уны хупланы. 34 депутаттың 31-е Вәсимов өсөн тауыш бирҙе.
«Ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең алда мөһим бурыс тора — өфөләргә уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, ҡаланы күркәмләндереү», — тине Марат Вәсимов.
Өфө ҡала советы рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп Александр Мельников һайланды, халыҡ һайланыусылары Артур Шәйнуровтың кандидатураһын Совет рәйесенең тағы бер урынбаҫары сифатында раҫланы.
Марат Вәсимовҡа 57 йәш, ул Балтас районы Яланғас ауылында тыуған, Өфө нефть институтын тамамлаған. Ҙур төҙөлөш ойошмаһы — Өфө ҡалаһының «СЗ ИСК» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика