08:08 (UTC+5), 29 Сентября 2021

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында тағы өс яңы депутат эш башлай

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика парламентының депутаттар корпусы яңылары менән тулылана. Һайлау йомғаҡтары буйынса Дәүләт Йыйылышында өс депутат үҙ урындарын бушата.
«Беҙ Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына эшкә күскән депутаттар Эльвира Айытҡолованы һәм Римма Үтәшеваны оҙаттыҡ та инде, – тип һөйләне парламент спикеры Константин Толкачев. – Бынан тыш, минең исемгә КПРФ-тан күрһәтелгән депутат Андрей Егоровтан Өфө ҡала Советына һайланыуына бәйле вәкәләттәрен һалыуҙы һорап ғариза килде».
Вазифаларын ҡалдырған бөтә депутаттар партия исемлеге буйынса һайланды, уларҙың мандаттары «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ партияларының тәҡдимдәре буйынса алмаштырыла, өҫтәмә һайлау уҙғарыу талап ителмәй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау кампанияһы йомғаҡтары буйынса Дәүләт Йыйылышын өс депутат: Тамара Танһыҡҡужина, Милана Скоробогатова һәм Заһир Хәкимов тулыландырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика