09:04 (UTC+5), 28 Сентября 2021

Радий Хәбиров Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн Нур-Солтанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстан премьер-министры Асҡар Мамин менән эшлекле осрашыуы уҙҙы.
Асҡар Мамин Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади, инвестиция, транспорт-логистика, энергетика өлкәләрендә, ауыл хужалығында, сәнәғәт кооперацияһында һәм башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлеге булыуын билдәләне. Әйтәйек, 2021 йылдың ғинуар-июлендә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында тауар әйләнеше күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,2 процентҡа артып, яҡынса 200 миллион доллар тәшкил иткән.
Яҡтар Өфө менән Нур-Солтан араһында тура авиабәйләнеш асыу мөмкинлеген тикшерҙе.
Һөйләшеүҙәр барышында улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә , шулай уҡ Урал (Жайык) йылғаһы ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм һаҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде.
«Бөгөн Ҡаҙағстан – беҙҙең Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе киңлегендә төп сауҙа-иҡтисади партнерыбыҙ. Ҡаҙағстан Республикаһы премьер-министры Асҡар Мамин менән осрашыуҙа компанияларыбыҙ продукцияһы экспортын арттырыу йүнәлештәрен тикшерҙек. Һүҙ сәнәғәт ҡорамалдары, агросәнәғәт комплексы продукцияһы, ауыл хужалығы техникаһы, медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү тураһында бара. Беҙ яңы берлектәге предприятиелар асыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ошондай уңышлы тәжрибә бар», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡаҙағстанға килде. Бында республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһы, шулай уҡ Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеген асыу тантанаһы була.
Шулай у ҡ сәфәрҙең программаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Ҡаҙағстан президенты Ҡасим-Йомарт Тоҡаев, Ҡаҙағстан парламенты Сенаты рәйесе Маулен Ашимбаев, Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе акимы Ғәли Искәлиев менән осрашыуҙары ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика