06:19 (UTC+5), 17 Сентября 2021

Рәсәй Хөкүмәте 2022 йылға ял һәм байрам көндәре календарын раҫланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
Рәсәй Хөкүмәте 2022 йылға ял һәм байрам көндәре календарын раҫланы. Был хаҡта 17 сентябрҙә Телеграмда Министрҙар кабинетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Яңы йыл байрамдары Рәсәйҙә 10 көн — 2021 йылдың 31 декабренән 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем дауам итә. Байрам көндәренә тап килгән 1 һәм 2 ғинуарҙағы ял (шәмбе, йәкшәмбе) 3 һәм 10 майға күсерелә.
Киләһе йылда 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө шаршамбыға тура килә. Шуға күрә ошо көн генә ял була.
Бынан тыш, 5 март — шәмбеләге ял көнө — дүшәмбе, 7-һенә күсерелә.
Шулай итеп, мартта рәсәйҙәр 6-һынан 8-енә хәтлем ял итә.
Май байрамдары, ғәҙәттәгесә, ике өлөштән тора: Хеҙмәт байрамы уңайынан 30 апрелдән (шәмбе) 3 майғаса (шишәмбе) һәм Еңеү көнө хөрмәтенә 7 майҙан (шәмбе) 10 майға (шишәмбе) хәтлем.
Рәсәй көнө — 2022 йылда 12 июнь йәкшәмбегә тап килә. Шуға рәсәйҙәр 11 июндән (шәмбе) 13 июнгә (дүшәмбе) тиклем ял итә.
Ноябрь байрамдары 4 ноябрҙән (йома) 6 ноябргәсә (йәкшәмбе) дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика