06:48 (UTC+5), 17 Сентябрь 2021

Башҡортостанда дауаханаларҙа, шифаханаларҙа һәм тәфтиш изоляторҙарында 39 ваҡытлыса һайлау участкаһы асыла

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 19 сентябрҙә — Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн берҙәм тауыш биреү көнөндә дауаханаларҙа, шифаханаларҙа һәм тәфтиш изоляторҙарында 39 ваҡытлыса һайлау участкаһы асыла. Был турала «Һайлау-2021» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙған брифингта Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙилов хәбәр итте.
«Республикала дауаханаларҙа, шифаханаларҙа һәм тәфтиш изоляторҙарында 39 ваҡытлыса һайлау участкаһы асыла. Унда ла әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған кешеләр бар. Әлбиттә, улар тауыш бирә ала, беҙ шундай мөмкинлек бирәбеҙ. Тик был урындарҙа һайлау участкалары 19 сентябрҙә генә эшләй. Рәсәйҙә теркәлмәгәндәр өсөн Өфөнөң Посадская урамында участка асыла. Үҙең менән паспорт кәрәк», — тине Марат Ғәҙилов.
Тауыш биреүҙең беренсе көнөндә, 17 сентябрҙә, Башҡортостандағы барлыҡ 3 403 һайлау участкаһы асылды, халыҡ килә, тип билдәләне ул. Участкаларҙа һайлаусыларға битлектәр, бирсәткәләр, ручкалар бирәләр. Шулай уҡ һайлаусыларҙың температураһын үлсәйҙәр.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле һүҙҙәренсә, республикала тауыш биреү барышын 1320 камеранан күҙәтергә мөмкин. Бынан тыш, участкаларҙа ун меңләгән күҙәтеүсе һәм 500-ҙән ашыу журналист эшләй.
«Бөтә процесс асыҡ», — типп өҫтәне ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика