08:21 (UTC+5), 30 Августа 2021

Андрей Агапов Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Указы менән Андрей Агапов республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Бынан алда ул ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Белешмә
Андрей Агапов 1974 йылдың 11 авгусында Пенза өлкәһендә тыуған. Ырымбур дәүләт аграр университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт юлын 1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында башлай, унда хоҡуҡ кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доценты, мөдире, Кризисҡа ҡаршы идара итеү белгестәрен әҙерләү үҙәге етәксеһе булып эшләй.
2003-2004 йылдарҙа – Рәсәй Торлаҡ мөнәсәбәттәре министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса Төбәк-ара территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2005 йылда – Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының территориаль бүлеге начальнигы.
2005-2009 йылдарҙа – Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2009-2011 йылдарҙа – Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2011 йылда – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бүлек начальнигы.
2011-2013 йылдарҙа – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2013-2021 йылдарҙа – Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы территориаль идаралығы етәксеһе.
2021 йылда – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика