05:02 (UTC+5), 26 Августа 2021

Радий Хәбиров Өфөлә WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалына старт бирҙе

Олег Яровиков, Валерий Шахов
Альмира Давлетбаева
Өфө амфитеатрында IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) 2021 милли чемпионаты финалын асыу тантанаһы уҙҙы.
«Чемпионатты үткәреүгә әүҙем әҙерләндек, унда ҡатнашыусылар өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ. Чемпионат ҙур әһәмиәткә эйә, ул эшсе һөнәрҙәрҙең, һөнәри белем алыуҙың абруйын күтәрә, һәләтле балаларға үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә», — тине республика етәксеһе.
Тотош илдән килгән үҙ эшенең ысын оҫталарын ҡабул итеү — республикабыҙ өсөн ҙур хөрмәт, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Ысын күңелдән һеҙгә яңы еңеүҙәр теләйем, һеҙ һөнәргә эйә булдығыҙ инде. Ҡунаҡсыл Өфөнән Башҡортостан хаҡында йылы хәтирәләр алып ҡайтып китерһегеҙ тип ышанам. Уңыштар һеҙгә», — тине республика етәксеһе.
«Йәш һөнәрмәндәр» союзының генераль директоры Роберт Уразов Милли чемпионат финалында ҡатнашыусыларға үҙенең теләктәрен еткерҙе. Йәштәр Өфөлә үҙҙәренең бөтә һөнәри оҫталығын күрһәтер, тигән ышаныс белдерҙе ул.
«Ниһайәт, беҙ аралаша, ярыша, яңы берлектәге проекттар эшләй алабыҙ, – тине Роберт Уразов. – Тирә-яҡҡа ҡарағыҙ – ниндәй күркәм ҡала! Ниндәй йылы мөхит! Мин һауа торошо тураһында әйтмәйем, ә ҡунаҡтарға йылмайған республика халҡы тураһында һүҙ алып барам. Мин чемпионатта ҡатнашыуҙан тыш, илебеҙҙең ниндәй матур, Өфөнөң ниндәй шәп ҡала икәнен, бында ниндәй шәп кешеләр йәшәгенен күреүегеҙҙе теләр инем. Алға, WorldSkills!».
Рәсми флагты күтәргәндән һуң Радий Хәбиров WorldSkills Russia-2021 милли чемпионаты финалының асыҡ булыуын иғлан итте.
Халыҡ-ара йыһан станцияһы бортынан видеобәйләнешкә сыҡҡан космонавтар Пётр Дубров һәм Олег Новицкий ҙа чемпионатта ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Өфөгә бөтәһе 1800 конкурсант килде, уларҙың 600-ө — юниорҙар. Эксперт берләшмәһе 2000-гә яҡын кешенән тора. Чемпионатта Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы йыйылмаһында 498 кеше иҫәпләнә — 280 конкурсант һәм 218 эксперт. Республика 103 компетенция буйынса ярыштарҙа ҡатнашырға йыйына.
1 из 28
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика