07:01 (UTC+5), 23 Августа 2021

Өфөнөң 450 йыллығы: Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙең нимә теләгәнен асыҡларға ҡушты

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙең нимә теләгәнен асыҡларға ҡушты. Дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә ул ошондай йөкләмә бирҙе.
Йәкшәмбе республика делегацияһы Түбәнге Новгородтың 800 йыллығына ҡарата сараларҙа ҡатнашты. Республика Башлығы сәфәрҙең файҙалы булыуын билдәләне.
«Шуныһы мөһим: Өфөнөң 450 йыллығына пландарыбыҙ бар. Ләкин өфөләр менән кәңәш ҡормағанбыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Шуға, Александр Геннадьевич, был эш бик сәйәси, Өфө менән берлектә механизмдарҙы яҡшылап уйлағыҙ: беҙгә өфөләрҙең нимә теләгәнен аңларға, уларҙың фекерен иғтибар менән тыңларға кәрәк».
Уның әйтеүенсә, сара дөйөм республика кимәлендә ойошторола, юбилейға тиклем ҡалған өс йыл эсендә өфөләрҙе, шулай уҡ республика халҡын әҙерлек эшенә йәлеп итеү мөһим.
«Өфөнөң 450 йыллығы — яңы объект төҙөү генә түгел. Элекке хроник ауырыуҙарҙы дауаларға тырышырға: ҡайҙалыр юл һалырға, ҡайҙалыр ихаталарҙы төҙөкләндерергә кәрәк. Бик ҙур комплекслы эш, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, барлыҡ федераль һәм республика учреждениелары менән даими эш алып барыу зарур. Өфөлә башҡарырға тейешле саралар исемлеге ҙур».
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякиндан ойоштороу эшен — проект офисын булдырыуын һәм даими, аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарыуын һораны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика