09:02 (UTC+5), 20 Августа 2021

Радий Хәбиров Мишкә агросәнәғәт колледжының мөмкинлектәрен баһаланы

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Мишкә агросәнәғәт колледжының тарихы 1992 йылда «Мишкә» совхозында 150-се һөнәри-техник училище ойошторолғас башланған. 2014 йылда лицей Мишкә агросәнәғәт колледжы итеп үҙгәртелгән. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәре барышында уҡыу йортоноң республика агросәнәғәт комплексы өсөн белгестәр әҙерләү буйынса мөмкинлектәрен баһаланы.
Колледж директоры Валерий Байбулатов әлеге көндә бында биш һөнәр һәм ике белгеслек буйынса 350-нән ашыу уҡыусының белем алыуы тураһында һөйләне. Студенттарҙың 70 проценты — Мишкә, ә ҡалғандары — күрше Борай, Бөрө, Балтас, Ҡариҙел, Асҡын райондарынан. Колледжды тамамлағандан һуң улар малсылыҡ комплексы һәм механизацияланған ферма операторы, ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау слесары, тракторсы-машинист, водитель, бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрҙәренә эйә була.
«Беҙҙә умартасы һөнәре бик кәрәк. Өфөлә «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) милли чемпионатында республикабыҙ исеменән уҡыусыбыҙ Вадим Мортазин ҡатнаша. Уның лайыҡлы сығыш яһарына ышаныс ҙур. Колледжыбыҙҙың киләсәге өмөтлө. Чемпионаттан һуң беҙ ҡайһы бер ҡорамалдар һәм уҡыу ҡулланмалары алырбыҙ, 2022 йылда матди-техник базаны үҫтереү, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу өсөн 12 миллион һум федераль грантҡа эйә булырбыҙ тип ышанабыҙ. Үҙебеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, 500 гектарҙан ашыу еребеҙ бар», — тине Валерий Байбулатов.
Колледжда һөнәр алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, махсус дисциплина, дөйөм белем биреү фәндәре кабинеттары, бөтә белгеслектәр буйынса оҫтаханалар, дәреслектәр һәм методик ҡулланмалар, автодром, трактородром, умарталыҡ, 52 урынлыҡ ятаҡ, уҡыусыларға бушлай ашау өсөн 60 урынлыҡ ашхана, 78 урынлыҡ тамашалар залы бар.
Республика етәксеһе автомобиль оҫтаханаларын, уҡыу корпусы менән ятаҡты ҡарап сыҡҡандан һуң ятаҡтағы йыһаздарҙы алмаштырырға, ә Ауыл хужалығы министрлығына колледждың матди-техник базаһын артабан нығытыу мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика