12:32 (UTC+5), 14 Июль 2021

Башҡортостанда Евразия климат консорциумы булдырылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева
Башҡортостанда Евразия климат консорциумы ойошторолдо, ул Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының пилот проектында ҡатнашыу өсөн карбон полигоны булдырыу программаһын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнергә тейеш.
Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Сколково фән һәм технологиялар институты ректоры Александр Кулешов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин, Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе Вадим Захаров, Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеү компанияһы директоры Лира Ишкилдина, «БСК»-ның генераль директоры Эдуард Давыдов һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте етәксеһе Айрат Кәримов ҡул ҡуйҙы.
«Консорциум эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – берлектәге фәнни, белем биреү саралары һәм декарбонизация өлкәһендә тикшеренеү инфраструктураһына ярҙам күрһәтеү, етештереүгә углерод балансын контролдә тотоу технологияларын индереү», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Төҙөлгән килешеү сиктәрендә 2021-2022 йылдарҙа республикала карбон полигонын булдырыу программаһын финанс яҡтан тәьмин итеү планы һәм юл картаһы раҫланды.
Шуныһы мөһим: документ өҫтәмә килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу иҫәбенә консорциумға башҡа ойошмаларҙы ла ҡушыу мөмкинлеген күҙ уңында тота.
Май айында«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың карбон полигондарын асыу буйынса пилот проектына инеүе ихтимал.
Илдә карбон полигондары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың парник газдарын һауаға сығарыуҙы кәметеү тураһында указына ярашлы булдырыла.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика