12:03 (UTC+5), 13 Июля 2021

Башҡортостан Бахрейн менән иҡтисади партнерлыҡты үҫтерергә ниәтләй

Галина Бахшиева
Иҡтисади партнерлыҡты үҫтереү өсөн Башҡортостанға Бахрейн Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати килде.
Бахрейн Короллеге илсеһе Башҡортостанда уҙған VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунағы булды. Ул башҡорт ерендә ошо күләмле сараны әҙерләү һәм үткәреү кимәлен юғары баһаланы.
Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров менән дә осрашты. Яҡтар туризмды үҫтереү, шул иҫәптән Өфөнән Бахрейндың баш ҡалаһы Манамаға осоуҙы ойоштороуҙы тикшерҙе.
Бахрейн илсеһе нефть-газ тармағы буйынса белем алыу өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән үҙ-ара килешеп эш итеү варианттары табылған.
Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова илсегә яңы һарҡытылған балды күрһәтте. Бал менән таныштырыу сараһында уҡ башҡорт балының пилот партияһын Бахрейнға оҙатырға хәл ителде. Бынан тыш, артабан да Башҡортостандан бал оҙатыу өсөн берҙәм бал брендын әҙерләүгә тотоноу бурысы ҡуйылды.
Бахрейн Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәт Абдулрахман Әл-Саати «Красноусол» шифаханаһында ла булды.
«Мәртәбәле ҡунаҡ «Красноусол» шифаханаһына сәфәре барышында Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәтенә, республика курорт зоналарының бальнеологик һәм СПА мөмкинлектәренә юғаһы баһа бирҙе», — тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Башҡортостан менән Бахрейн Короллеге араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме әлегә юғары күрһәткестәргә етмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика