10:53 (UTC+5), 23 Июня 2021

1-31 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ойошторола

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Рәсәй Хөкүмәте 2021 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә властар, пандемияның дауам итеүен иҫәпкә алып, хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы сентябрҙә уҙғарырға хәл иткәйне.
Яңыраҡ хөкүмәт ҡарары яңы ваҡытты билдәләне – 2021 йылдың 1-31 октябре.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың медиаофисында белдереүҙәренсә, яңы срок Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тәҡдим иткән иҫәп алыу раунды сиктәрендә ҡалырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, был ваҡытта рәсәйҙәрҙең күпселеге отпускынан ҡайта.
Бындай шарттарҙа Росстат мәғлүмәттәр йыйыуҙың яңы – һанлы ысулына өмөт бағлай.
Иҫәп алыу барышында Рәсәй халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә исемлеккә теркәлергә мөмкин.
Интернет-иҫәп алыу – Рәсәй өсөн яңы иҫәп алыу алымы. Респондент һәм электрон иҫәп алыу ҡағыҙы араһында аралашсы юҡ.
«Технологик яҡтан һанлы иҫәп алыуға әҙербеҙ: мәғлүмәт йыйыу, тапшырыу һәм эшкәртеү өсөн IT-система булдырылды, ул һынауҙы уңышлы үтте, электрон планшеттар төбәктәргә ебәрелде һәм эшкә әҙер», — тип белдерҙе Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов.
https://www.bashinform.ru/news/1609692-vserossiyskaya-perepis-naseleniya-sostoitsya-s-1-po-31-oktyabrya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика