10:54 (UTC+5), 19 Мая 2021

Башҡортостан Башлығы «Берҙәм Рәсәй»ҙе хупланы һәм ата-әсәләргә сығарылыш кисәләренә килергә рөхсәт итте

Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Республика етәксеһе «Берҙәм Рәсәй»ҙең башланғысын хупланы һәм ата-әсәләргә сығарылыш кисәләренә килергә рөхсәт итте. Ләкин ҡайһы бер шарттар һаҡланған.
Атап әйткәндә, законлы вәкилдәрҙең үҙе менән паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы булырға тейеш һәм улар асыҡ һауала ойошторолған сараларҙа ғына ҡатнашырға мөмкин. Бинаға инеү өсөн ата-әсәләр түбәндәге документтарҙың береһен килтерергә бурыслы:
– коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат;
– медицина ойошмаһынан коронавирустан прививка эшләтеү, шул иҫәптән вакцинаның беренсе компонентын алыу тураһында белешмә;
– иртәлеккә, һуңғы ҡыңғырауға тиклем бер ай дауамында бирелгән COVID-2019-ға антиесемдәр булыуы хаҡында медицина белешмәһе;
– медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмә;
– ПЦР ысулы менән коронавирусҡа тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе (2021 йылдың 20 майынан һуң бирелгән);
– йоғошло сирҙәрҙән яфаланыусылар менән бәйләнештә булыу-булмау хаҡында медицина белешмәһе (2021 йылдың 20 майынан һуң бирелгән).
«Ойошма етәксеһе ҡарары буйынса, санитар-эпидемиологик талаптар (термометрия, битлек кейеү, социаль арауыҡ, дезинфекция, һауаны зарарһыҙландырыу һәм башҡалар) теүәл үтәлгән осраҡта ата-әсәләр медицина белешмәһен күрһәтмәйенсә лә ябыҡ бинала үткәрелгән иртәлеккә, һуңғы ҡыңғырауға инергә мөмкин», — тиелә документта.
https://www.bashinform.ru/news/1594852-glava-bashkirii-podderzhal-edinuyu-rossiyu-i-razreshil-roditelyam-prisutstvovat-na-vypusknykh-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика