06:43 (UTC+5), 26 Апреля 2021

Йәмәғәтсе Шамил Вәлиев «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнаша

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Шамил Вәлиев «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн документтар тапшырҙы. Йәмәғәтсе яңы статуста тыуған республикаһына ярҙам күрһәтеү өсөн ил парламентындағы урынға һайлау алды ярышына ҡушылырға ниәтләй.
«Ҡала урмандарында төҙөлөш эштәре алып барыу мәсьәләһен өйрәнеү федераль кимәлдәге ҡануниәтте үҙгәртеү кәрәклеге тураһында уйланырға мәжбүр иткән тәүге этәргес булды. Былтыр ошо мәсьәлә менән шөғөлләнгәндә закондың беҙҙең яратҡан Өфө урмандарын һатыуҙан һәм төҙөлөштән яҡламауын аңланым. Әлеге ваҡытта ошо тема буйынса сифатлы көйләү юҡ», — ти Шамил Вәлиев үҙенең ниәте хаҡында.
Йәмәғәтсенең партияла торуына ҡарамаҫтан, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетына юлды ул күптән белә. Былтыр яҙҙан бирле партия ирекмәндәре менән иңгә-иң терәшеп Шамил Вәлиев республика халҡына пандемияны еңергә ярҙам итте.
«Оло быуын: өләсәй-олатайҙар пандемияла үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоймаһын өсөн барыһын да эшләнек. Уларға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыныҡ, башҡа тейешле ярҙам күрһәттек», — тип һөйләй Шамил Вәлиев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлап алыу буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Алдан тауыш биреү процедураһы сайтында теркәлергә йә иһә Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк башҡарма комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бында, беренсе ҡаттағы 10-сы бүлмәлә, документтар бирергә мөмкин. Комиссияның эш ваҡыты: иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем (сәғәт берҙән икегә хәтлем тәнәфес). Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика