10:28 (UTC+5), 21 Апрель 2021

Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум түләнә: Путин

Азат Ғиззәтуллин
Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә быйыл август аҙағында һәр балаға 10 мең һум түләнә. Был сара беренсе класҡа барырға тейешле балаларға ла ҡағыла. Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда ошо турала белдерҙе.
«Әсәй йәки атай кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәләрҙең береһе күрһәтелмәгән йә иһә ата-әсә айырылған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә кәрәк. 1 июлдән тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү – ил буйынса уртаса 5600 һум тәғәйенләнә», — тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Рәсәй президенты бала көткән һәм матди ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ күрһәтергә тәҡдим итте.
«Буласаҡ әсәнең дәүләт ярҙамын тойоуы, балаһын һаҡлап ҡалыуы бик мөһим. Йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған һәм матди хәле ауыр булған ҡатын-ҡыҙҙарға ил буйынса уртаса 6350 һум күләмендә айлыҡ түләүҙе күҙ уңында тоторға тәҡдим итәм», — тине Путин.
Президент быйылдан 7 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы эш хаҡынан 100% күләмендә түләнергә тейешлеген дә билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика