Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
86.43
-0.86
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Апрель 2021, 09:28

Өфө мэрияһы башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова вазифаһын ҡалдыра

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова вазифаһын ҡалдыра. Был хаҡта ул «Фейсбук»тағы сәхифәһендә хәбәр итте.
«Күптәр минән, мэриянан китеүең дөрөҫмө, тип һорай. Дөрөҫ. Бөгөн был турала асыҡтан-асыҡ әйтә алам. Шишәмбе Өфө хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында һуңғы эш көнөм», — тип яҙҙы ул.
Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, был – бик уйланылған ҡарар. Яңы эш урынына килгәндә, әңгәмәсе әлегә был хаҡта бер нәмә лә әйтмәне, бәлки, социаль селтәрҙә хәбәр итер.
Алина Сөләймәнованың Өфө ҡалаһы вице-мэры вазифаһына тәғәйенләнеүе тураһында 2018 йылдың декабрендә билдәле булды. Шул саҡта ул Ленин районының һигеҙенсе һайлау округы буйынса депутатлыҡ мандатын тапшырҙы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: