04:47 (UTC+5), 07 Апреля 2021

Республикала алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың дебаттары башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» праймеризында ҡатнашыусыларҙың дебаттары башлана. Уҙғарыу урыны – партияның төбәк башҡарма комитеты майҙансығы, сығыштарҙы онлайн форматта күҙәтергә мөмкин. Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы һайлап алыу өсөн «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүен уҙғарыу буйынса төбәк ойоштороу комитеты ултырышында ошо турала ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ алып барыусылар итеп тележурналистарҙы саҡырырға тигән тәҡдим яңғыраны. Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы дебаттарға теркәлеү өсөн V.Aust@bashkortostan.er.ru электрон адресына ғариза ебәрергә тейеш.
Дебаттарҙың бер сессияһында биш кеше ҡатнашырға мөмкин.
Дебаттарҙың графигы ғаризалар йыйылғас төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашыусыларҙы 29 апрелгә тиклем теркәйҙәр, праймериз 24- 30 майҙа үткәрелә. Дәүләт Думаһына һайлау 2021 йылдың 19 сентябрендә була.
Ғаризаны махсус сайтта һәм Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитетында бирергә мөмкин.
Бөгөнгә алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн 45 кеше теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика