07:44 (UTC+5), 05 Апреля 2021

Республикала дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында вакцинация проценты – 18% түбәнерәк

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны өсөн борсолоуын әйтте.
«Санитар-эпидемиологик сараларға контролде көсәйтергә, әгәр кәрәк булһа, предприятиеларға вакцина таратырға кәрәк. Беҙ сафта булырға тейеш, — тине республика етәксеһе. — Ҙур предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәренә эш урынында уҡ прививка яһау зарур. Бында кеше лә күп, табиптарға ла еңелерәк».
Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры һәм һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында вакцинация проценты – 18% түбәнерәк.
Әлеге ваҡытта республикаға 183 692 доза вакцина килтерелгән. «Гам-КОВИД-Вак»тың беренсе компонентын – 151 180 кеше (62 меңе — 60 йәштән өлкәндәр), 102 209 кеше иһә икенсе компонентын да алған.
Хәҙер республикала 160 вакцинация пункты эшләй. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асылған биш күсмә пунктта ла прививка эшләтергә мөмкин.
Республика етәксеһе «инфекцияның өсөнсө тулҡынына юл ҡуймаҫ өсөн» йылы көндәргә тиклем халыҡтың күпселеген вакцинациялау бурысын йөкмәтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика