11:41 (UTC+5), 29 Марта 2021

Башҡортостанда Асҡын районы башлығы Ришат Дихин менән хушлаштылар

Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Асҡын ауылы Мәҙәниәт йортонда Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин менән хушлашыу тантанаһы уҙҙы. Ул 33 йәшендә коронавирус инфекцияһынан вафат булды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, күрше район хакимиәттәре башлыҡтары, Ришат Дихиндың туғандары, дуҫтары, коллегалары, Асҡын халҡы ҡатнашты. Радий Хәбиров бөгөн Асҡын районына барғанда йөрәге һыҡрауын әйтте – иптәштәреңде һуңғы юлға оҙатыу һәр ваҡыт ауыр.
«Ришат Марат улы беҙҙең иптәш, район хакимиәте башлығы булды. Уға ни бары 33 йәш ине – йәшәргә лә әле йәшәргә. Шуға икеләтә ҡыйын. Коронавирус – бик мәкерле сир. Йәп-йәш кешене юғалттыҡ. Ришат Марат улы ике йыл беҙҙең командала эшләне. Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһына кандидатура эҙләгәндә, ул Ағиҙелдә эшләп йөрөй ине. Ныҡ әүҙем егет булғанлыҡтан, үҙ ваҡытында уға район халҡын ышанып тапшырҙыҡ. Әҙәпле һәм позитив кеше ине. Ике йыл эшләү – бик күп түгел. Район үҫешһен өсөн ҙур пландар ҡорҙо. Районға һәм халыҡҡа яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ул ике юғары уҡыу йортон тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған, районда ла отличник булырға тырышты. Уның полилингваль гимназия төҙөү идеяһы бар ине. Беҙ ошо идеяны күтәреп алырбыҙ һәм Асҡын районында уның иҫтәлегенә мәктәп төҙөрбөҙ тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе Ришат Дихиндың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға көс һәм сабырлыҡ теләне.
«Һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрербеҙ», — тине Радий Хәбиров, мәрхүмдең ҡатынына мөрәжәғәт итеп.
Ҡатыны Гөлназ иренең командаһында эшләгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«Бер-беребеҙҙе нисек яратҡаныбыҙҙы Хоҙай ғына белә, нисек яфаланғаныбыҙҙы үҙебеҙ генә беләбеҙ. Беҙ бит һинең менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла үттек. Ә үлемде еңә алманыҡ, — тине Гөлназ. — Матурым, тыныс йоҡла, һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә, һине ныҡ яратабыҙ».
Ришат Дихин тыуған яғында, Асҡын районы Урмияҙ ауылында ерләнде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика