10:04 (UTC+5), 25 Марта 2021

Радий Хәбиров: Федераль ярҙам арҡаһында ауыр ваҡыттарҙы лайыҡлы үттек

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн республиканың Дәүләт Йыйылышы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2020 йылдың йомғаҡтары тураһында һөйләгәндә, пандемия осоронда төп ауырлыҡ һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр өлкәһенә, ирекмәндәр иңенә төштө, тип билдәләне. Республика етәксеһе уларға йәнә бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, рекордлы ваҡыт эсендә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында заманса йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре төҙөлдө. Хәҙер был тәжрибәне башҡа төбәктәр әүҙем файҙалана. Уҙған йылда Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы, Октябрьскийҙа 1-се дауахананың хирургия корпусы, Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана, 120 ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары ҡалҡып сыҡты. Хөкүмәттең ошо өлкәләге төп бурысы – халыҡҡа прививка яһау. Был – пандемияны туҡтатыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек.
Мәғарифта Башҡортостан мәктәптәрҙе һанлы ҡорамалдар менән тәьмин итеү, өйҙән уҡыуҙы ойоштороу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде, тине республика етәксеһе. Ете мәктәп һәм 23 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Рәсәй Президентының башланғыс класс уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итеү бурысы үтәлгән. Уның сифатын контролдә тотоу яйға һалынған, аҙыҡ-түлек блоктары һәм мәктәп ашханалары яңыртыла. Радий Хәбиров республикала мәктәп туҡланыуы иң яҡшыларҙың береһе булырына ышана.
Хеҙмәт баҙары ауыр һынауҙар аша үтте. Теркәлгән эшһеҙлек алты процентҡа тиклем үҫте. Былтыр 209 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 79 мең балалы ғаилә эшһеҙлек пособиеһын алды. Мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән 70 меңдән ашыу граждан яңы эш тапты. Әле эшһеҙлек кимәле 4,2 процентҡа тиклем төштө. Йыл аҙағынаса республикала хеҙмәт баҙарын тулыһынса тергеҙергә кәрәк, тигән бурыс ҡуйҙы республика етәксеһе.
«Ҡабатлап әйтәм, федераль социаль ярҙам саралары арҡаһында ошо ауыр ваҡыттарҙы лайыҡлы үттек. Бюджеттан ваҡытында һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәткән өсөн ил Президенты Владимир Путинға рәхмәтлебеҙ. Әгәр 2019 йылда республиканың хеҙмәт һәм социаль яҡлау өлкәһенә 24 миллиард һумға яҡын йүнәлтелһә, уҙған йылда - 42,5 миллиард һум самаһы», — тине Радий Хәбиров.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика