04:44 (UTC+5), 23 Марта 2021

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе отставкаға ебәрелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Шафиҡов отставкаға ебәрелде. Республиканың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Башҡортостан хөкүмәте президиумында премьер-министр Андрей Назаров ведомство башлығына кәңәшмә тамамланғас та «эштән китеү тураһында ғариза» яҙырға ҡушты.
«РБК-Уфа» Шафиҡовтың отставкаһын Дәүләт комитетының хөкүмәттең республикала йылылыҡ өсөн түләүҙең ҡырҡа артыуын тикшерергә ҡушыуына яуапһыҙ ҡарауы һәм ошо мәсьәләне хәл итеүгә бюрократик ҡарашта булыуы менән бәйләй.
«Ведомство республиканың 400 йортонда ғына йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшергән һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында 200 бойороҡ сығарған. Бынан тыш, комитет инспекторҙары идарасы компанияларҙың һәм ресурстар менән тәьмин иткән ойошмаларҙың яҙма отчеттарына ғына һылтанма яһаған, урындарға барып, халыҡ менән аралашмаған, был үҙ сиратында халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеген арттырған ғына», — тип хәбәр итә баҫма.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Шафиҡов Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп 2015 йылдың октябрендә тәғәйенләнгәйне. 2014-2015 йылдарҙа – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары, 2012-2014 йылдарҙа – Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры урынбаҫары.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика