12:00 (UTC+5), 12 Март 2021

Өфөнөң баш архитекторы вазифаһын ҡалдырыуы мөмкин – сығанаҡ

Валерий Шахов
Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә баш архитектор алмашыныуы ихтимал. «Подслушано в Башкирии» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Олег Байдин отставкаға китә, ә ҡаланың баш архитекторы урынына Ольга Сарапулова тәғәйенләнеүе мөмкин.
Мэрияның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был мәсьәлә буйынса бер ниндәй ҙә документтар ҡабул ителмәгән. Олег Байдин иһә комментарийҙарҙан баш тартҡан.
Әлеге ваҡытта Ольга Сарапулова – йәмәғәт киңлеген үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсе, Башҡортостан Республикаһының Ҡалаларҙы үҫтереү институты өсөн яуаплы. Институт федераль гранттар аҡсаһына Башҡортостан ҡалаларында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттарын ғәмәлгә ашыра. Институттың матбуғат хеҙмәтендә Ольга Сарапулованың тәғәйенләнеүе тураһында мәғлүмәтте раҫлай ҙа, кире ҡаға ла алманылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика