11:33 (UTC+5), 15 Февраля 2021

Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн Рәсәйҙә Ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яугирҙәре иҫкә алыу көнө билдәләнә. Дата тап 32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған. 1979-1989 йылдарҙа ошо илдәге хәрби хәрәкәттәрҙә 15 мең самаһы совет һалдаты һәләк булған.
2011 йылға тиклем 15 февраль яугир-интернационалистар көнө булараҡ билдәләнде, ләкин уның рәсми статусы юҡ ине.
Яңы дата сит илдәрҙәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡанда Рәсәйҙең Тыуған илгә тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән барлыҡ граждандарын иҫкә алыу өсөн булдырылған.
Башҡортостан Башлығы бөгөн Тыуған илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды һәм Өфөнөң Комаров урамындағы «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалды.
«Бөгөн – Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Уларҙы сикһеҙ хөрмәт итәм. Айырыуса бөгөн ошо сәстәренә сал ҡунған, ләкин шаҡтай йәш кешеләргә уларҙың һис ҡасан булмағанса илебеҙгә бик кәрәк икәнлеген әйткем килә. Йәштәргә кәрәк, Тыуған илгә кәрәк, сөнки беҙгә ситтән ғәҙәттән тыш баҫым яһала. Ошо баҫымға ҡаршы торған Юғары баш командующийға кәрәк. Илебеҙ сәскә атһын өсөн кәрәк», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика