10:56 (UTC+5), 15 Февраль 2021

Радий Хәбиров Эльмира Туҡанованы Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми рәүештә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына яңы етәксе тәғәйенләне. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, хәҙер был вазифаны Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәгенең элекке директоры Эльмира Туҡанова биләй.
«Ул сығышы менән беҙҙең республиканан. Ейәнсура районы Таҙлар ауылында тыуған. Һуңынан Нижневартовскиға уҡырға киткән, Төмән өлкәһенең төрлө музей учреждениеларында эшләгән. Эльмира Наил ҡыҙының тәжрибәһе ҙур. Беҙ шундай кешене эҙләнек тә инде», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан башлығы Туризм буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Салауат Нафиҡовҡа рәхмәт белдерҙе һәм белгескә яңы эш табыуҙарын хәбәр итте, ә Эльмира Туҡановаға уңыштар теләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика