07:18 (UTC+5), 12 Февраля 2021

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитетын күрше төбәк белгесе етәкләүе ихтимал

FaceBook
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетын күрше төбәк белгесе етәкләүе ихтимал. Эльмира Туҡанова рәсми рәүештә Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәге директоры вазифаһынан китте һәм Башҡортостанға күсергә әҙерләнә, тип хәбәр итте киң мәғлүмәт саралары.
11 февралдә губернатор Евгений Куйвашев белгескә III дәрәжә «Свердловск өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһе менән бүләкләне һәм Туҡанованың отставка тураһында һорауын ҡәнәғәтләндерҙе.
Өфө ҡыҙы Эльмира Туҡанова 2013 йылда Свердловск өлкәһенең Туризмды үҫтереү үҙәге директоры итеп тәғәйенләнде, уға тиклем Төмән өлкәһенең ошондай структураһында, шулай уҡ Рәсәйҙең Туроператорҙар ассоциацияһында эшләне.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 10 февралдә Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡовтың отставкаһы тураһында билдәле булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика