06:38 (UTC+5), 05 Февраля 2021

Башҡортостан Башлығы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эштә үҙен тотошо һәм этикаһы тураһында указды үҙгәртте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Радий Хәбиров республикала туғыҙ йыл элек индерелгән дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эштә үҙен тотошо һәм этикаһы кодексы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың бөтә пункттарында «президент хакимиәте» «Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте»нә үҙгәртелде.
Шулай уҡ яңыртылған указда уға ҡул ҡуйылған көндән алып дәүләт хеҙмәткәрҙәре үҙенең (тормош иптәшенең, бәлиғ булмаған балаларының) килеме, сығымы, мөлкәте тураһында отчет бирергә тейешлеге хаҡында әйтелә.
Бынан тыш, төрлө дәүләт структуралары хеҙмәткәрҙәре интернет селтәрендәге сәхифәләргә [социаль селтәрҙәргә — ред.] һылтанмаларҙы күрһәтергә бурыслы.
Указға ярашлы, элеккесә, биләгән вазифаға бәйле бүләктәр, аҡсалата бүләк, ссудалар, хеҙмәттәр алыу, күңел асыуға, ялға, транспорт сығымына түләтеү тыйыла.
Тағы бер мөһим пункт – «дәүләт органдары һәм етәкселәр тураһында баһанан, үҙ фекереңде әйтеүҙән тыйылыу».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика