10:45 (UTC+5), 04 Февраля 2021

Новосибирск өлкәһе Башҡортостанда инфекция үҙәген төҙөү тәжрибәһен үҙләштерергә әҙер

Валерий Шахов
Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәйҙең 15 төбәге заманса инфекция үҙәген төҙөү тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Башҡортостанға мөрәжәғәт итте. Улар араһында Новосибирск өлкәһе лә бар. Губернатор урынбаҫары Юрий Петухов етәкселегендәге делегация республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һәм Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов менән Стәрлетамаҡтағы инфекция үҙәгенә барҙы.
«Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ беҙгә заманса инфекция үҙәген күрһәтте. Был тәжрибә беҙҙең өсөн бик мөһим. Госпиталь уңайлы, инфекция госпиталенең ошондай моделе беҙгә тура килә. Башҡа төбәктәрҙә йоғошло сирҙәр үҙәктәрен төҙөү тәжрибәһе менән дә таныштыҡ, Башҡортостан тәжрибәһендә туҡталырбыҙ, моғайын», — тине Юрий Петухов.
Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, төбәктә ике заманса инфекция үҙәген төҙөгәндә, властар проектты киңәйтергә иҫәп тотҡан.
«Новосибирск өлкәһе вәкилдәре заманса һәм яҡшы йыһазландырылған госпиталь төҙөлөшөнөң ошондай формаһы һөҙөмтәле һәм кәрәкле булыуын сираттағы тапҡыр раҫланы. Башҡа төбәктәргә килгәндә, беҙ уларға проектты күрһәтергә лә, төҙөүселәр менән ярҙам итергә лә әҙер», — тип билдәләне Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта инфекция госпитале 50 көн эсендә һалынды. Дауахананың майҙаны – 16 мең квадрат метр. Диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана, үҙәк-стерилизация бүлексәһе, шулай уҡ табиптар өсөн ятаҡ бар. Бында ауыр сирлеләр өсөн 60 палата, 14 реанимация урынлашҡан. Бынан тыш, проектта бала табыу, балалар, хирургия, ҡабул итеү бүлексәләре, медицина персоналы өсөн 40 урынлыҡ ятаҡ ҡаралған.
Алдан Силәбе өлкәһендә Башҡортостан проекты буйынса госпиталь төҙөлөүе тураһында хәбәр ителгәйне.
1 из 15
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика