Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
65.54
+0.87
16+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ғинуар 2021, 10:49
Өфө мэры вазифаһына биш кандидат ҡануниәт буйынса имтихан тапшырҙы һәм конкурстың финалына сыҡты
Олег Яровиков
Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры вазифаһына биш дәғүәсе федераль, республика һәм муниципаль ҡануниәтен белеүгә имтихан тапшырҙы.
Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын алмаштырыу конкурсы финалсылары:
— баш ҡала мэрияһының граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү идаралығы етәксеһе
Артур Ғафаров
,
— Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Сергей Греков
,
— «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса идарасыһы урынбаҫары
Алексей Слепнев
,
— «БПО «Прогресс» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры
Марат Тимиров,
— «ГазСтройПроект» йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты
Рөстәм Хафизов
.
«Конкурс комиссияһы секретары мәғлүмәт буйынса, конкурста ҡатнашҡан бөтә кандидаттарҙың ҡануниәтте белеү кимәле Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына тап килә», — тип белдерҙеләр баш ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 ғинуарҙа Өфө ҡала Советы депутаттары мэрияның яңы етәксеһе менән килешеүгә ҡул ҡуйыуы планлаштырыла.
https://www.bashinform.ru/news/1546397-pyat-kandidatov-v-mery-ufy-sdali-ekzamen-po-zakonodatelstvu-i-vyshli-v-final-konkursa/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
өфө мэры
конкурс
Читайте нас: