06:06 (UTC+5), 12 Января 2021

Республикала түләүле юлдар тураһында закон ҡабул ителә

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Башҡортостанда түләүле юлдарҙан йөрөү тураһында закон ҡабул ителә, тип белдерҙеләр республика Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә. Яҙғы сессияның беренсе ултырышында «Башҡортостан Республикаһында автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында» законға тейешле үҙгәрештәр индерелә.
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, яңы закон түләүле юлдар инфраструктураһын үҫтереү өсөн әҙерләнгән.
«Былтыр федераль кимәлдә ошондай норма индерелгәйне, хәҙер беҙ республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индерәбеҙ», — тип өҫтәне Толкачев.
Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, альтернатив түләүле юлдар системаһын үҫтереү юл инфраструктураһын камиллаштырырға һәм юлдарҙа аварияларҙы кәметергә ярҙам итергә тейеш.
«Башҡортостанда түләүле автомобиль юлдары булмаһа ла, күп кенә автомобиль хужалары илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә уларҙың өҫтөнлөктәрен баһаланы, – тине Ҡоролтай рәйесе. – Күпмелер аҡса түләп, водитель үҙенә кәрәкле урынға тиҙерәк һәм уңайлыҡ менән барып етергә мөмкин».
Республикала 2024 йылға тәүге түләүле юл төҙөлөргә тейеш. Ул автомобиль юлы тоннеле һәм Өфө йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн тамамлауҙы күҙ уңында тотҡан «Көнсығыш сығыу юлы» проектының бер өлөшө була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика