10:03 (UTC+5), 29 Декабрь 2020

Йыл ҡаҙанышы: Башҡортостанда муниципалитеттар араһында конкурс еңеүселәре билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан хөкүмәтендә «Йыл ҡаҙанышы» конкурсында еңеү яулаған муниципалитеттар иғлан ителде. 2020 йылдың октябрендә Радий Хәбиров иң яҡшы муниципалитеттарҙы билдәләү өсөн конкурс уҙғарыу тәртибе һәм рейтинг төҙөү методикаһы тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Рейтинг төҙөгәндә биләмәләр өс төркөмгә бүленде: ҡала округтары, административ үҙәге ҡалала булған райондар һәм ауыл райондары.
«Демографик именлек» номинацияһында Нефтекама, Өфө һәм Бөрйән райондары еңеүсе тип танылды.
«Эшҡыуар ярҙамы»: Ағиҙел, Благовещен һәм Борай райондары.
«Ауыл хужалығында алдынғы»: Мәләүез һәм Илеш райондары.
«Кризисҡа ҡаршы менеджмент»: Салауат ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары.
«Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә»: Стәрлетамаҡ, Яңауыл һәм Баҡалы райондары.
«Йәштәр муниципалитеты»: Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нуриман райондары.
«Тауыш биреүсе муниципалитет»: Сибай, Дүртөйлө һәм Әлшәй райондары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика