04:28 (UTC+5), 17 Декабря 2020

Сергей Греков Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
16 декабрҙә Өфө ҡала Советында сираттан тыш, 71-се ултырыш уҙҙы. Ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тураһында мәсьәләне фекер алышыуға сығарҙы. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Сергей Грековтың кандидатураһы менән таныштырҙы һәм халыҡ һайланыусыларынан уны хуплауҙарын һораны.
«Ике йыл элек ошо трибунанан Өлфәт Мостафин менән таныштырғайным. Бер кем дә шулай килеп сығыр тип уйламаны. Әлбиттә, Өфө мэрһыҙ була алмай. Тиҙҙән ҡар яуыр, ҡаланың 450 йыллығына әҙерләнергә кәрәк. Радий Фәрит улы үҙе килергә теләгәйне, ләкин Сибайҙан ҡайтып өлгөрә алманы, — тине Александр Сидякин. — Беҙ һеҙгә Сергей Грековтың кандидатураһын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ул Ишембайҙа тыуып үҫкән, ләкин бөтә тормошо Өфө менән бәйле».
Ултырышта ҡатнашҡан 27 депутаттың барыһы ла Греков өсөн тауыш бирҙе. Яңы етәксе ҡаланың юбилейына әҙерләнә башларға, юлдарҙың торошон күҙәтергә һәм өфөләрҙең фекерен иҫәпкә алырға кәрәклеген билдәләне.
Белешмә
Сергей Греков 1968 йылдың 3 сентябрендә Ишембайҙа тыуған.
СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән. Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһын тамамлаған.
Республиканың нефть химияһы тармағы предприятиеларында эшләгән. «Газтехресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен төҙөгән һәм етәкләгән. «Пилот» техник системалар ғилми-тикшеренеү институтын ойошторған. Институт ғилми эшмәкәрлек, нефть табыу һәм быраулау өлкәһендә ҡорамалдар һәм технологиялар индереү йүнәлештәре буйынса эшләй. «Ойл-Автоматика» компанияһын булдырған, ул да ошо тармаҡта эшләй. Бөтә предприятиелар ҙа Өфөлә теркәлгән.
Өйләнгән, ете бала тәрбиәләй.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика