11:39 (UTC+5), 15 Декабрь 2020

Республикала яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыу сикләнә

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда, былтырғы кеүек үк, яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә.
https://www.bashinform.ru/news/1535007-v-bashkirii-ogranichat-prodazhu-alkogolya-v-novogodnie-kanikuly/">Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ғәмәлдә булған законға ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйылған, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны һатыу ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем сикләнгән.
Йәғни ошо өс көндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр менән тәүлегенә дүрт сәғәт – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә хәтлем генә сауҙа итергә мөмкин.
Законда ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай – был көндәрҙә кафе-ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин.
Яңы йыл каникулдарында алкоголь менән сауҙа итеүҙе сикләүҙән тыш, Башҡортостанда Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә «ҡоро закон» ғәмәлдә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика