09:52 (UTC+5), 14 Декабря 2020

БДУ ҡарамағындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының эше тергеҙелде

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте: башҡорт теле һәм әҙәбиәте» йүнәлеше буйынса диссертация советы эш башланы. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡорт теле көнөнә арналған доклад менән сығыш яһағанда Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов хәбәр итте.
Диссовет республика етәксеһе Радий Хәбировтың Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығына үтенесе буйынса тергеҙелде.
«Башҡорт дәүләт университеты коллективы менән мөһим бурысты атҡарҙыҡ. Беҙ «башҡорт теле һәм әҙәбиәте» белгеслеге буйынса диссертация советын кире ҡайтарҙыҡ. Ул – донъяла берҙән-бер, бер йыл элек уны юғалтҡас, бик ҡайғырҙыҡ», — тип уның һүҙҙәренә аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.
Ул Азат Баҙрановҡа һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға советҡа йәнә ябылыу хәүефе янамаһын, ә үҫешһен өсөн уны етди рәүештә күҙәтеп барырға ҡушты.
«Беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бөтөнләй яңы диссертация советын ойошторҙоҡ. Етәксеһе – филология фәндәре докторы, шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы профессоры Хәҙисә Солтанбаева. 11 ноябрҙә беҙҙә ике кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланылар, юғары аттестация комиссияһының һөҙөмтәләрен көтәбеҙ. Киләһе йылға тағы бер нисә диссертация сиратта тора», — тине «Башинформ» агентлығына Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика