10:10 (UTC+5), 08 Декабря 2020

Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн, 8 декабрҙә, Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэр вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизов муниципалитетта кадрҙар үҙгәреше тураһында иғлан итте. Әйтәйек, Илдар Юлановтың икенсе эшкә күсеүенә бәйле, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары – Транспорт һәм бәйләнеш идаралығы начальнигы вазифаһына Әсҡәт Хәйруллин тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө мэрияһының төҙөлөш блогы өсөн яуаплы булды.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 35 йәшлек Илдар Юлановҡа «Башкиравтодор» предприятиеһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелде.
Белешмә
Әсҡәт Хәйруллин 1964 йылда Бәләбәйҙә тыуған. Өфө нефть институтын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Төҙөлөш комплексында ҙур эш тәжрибәһе бар. Хеҙмәт юлын төҙөлөш тресында участка мастеры һәм инженер булып башлай, «Башнефтезаводстрой» предприятиеһының генераль директоры вазифаһына тиклем үрләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика