10:00 (UTC+5), 04 Декабря 2020

Баш ҡалала Рәсәйҙәге тәүге QR-Конституция менән таныштырҙылар

автор, Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған V «Конституция-2020: асыҡ властың эволюцияһы» Дөйөм Рәсәй юридик форумында илдәге тәүге QR-Конституция менән таныштырҙылар. Интерактив проект илдең Төп законына яңы төҙәтмәләр тураһында мәғлүмәт таратырға, шулай уҡ смартфоны булған һәр кемгә уның көнүҙәк редакцияһына инеп ҡарарға мөмкинлек бирә.
QR-кодлы стелалар Башҡорт дәүләт университетында, Күп функциялы үҙәктә, автобус туҡталыштарында һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыла. Беренсеһе Башҡортостандың Конституция судында урынлаштырыла. QR-кодтар ҡала халҡын аныҡ учреждениеның эш йүнәлешенә тап килгән Конституция статьялары менән таныштыра. Кодты ҡарап, граждандар өс платформаның береһенә: Конституцияның яңыртылған редакцияһы ҡушымтаһын күсереп алырға, 2020 йылдың бөтә төҙәтмәләре тупланған махсус сайтҡа, шулай уҡ бүлектәрҙең һәр береһе (граждандарҙың хоҡуҡтары һәм иректәре, социаль гарантиялар, дәүләт ҡоролошо һәм башҡалар) буйынса Конституция статьялары шәлкеме сайтына күсергә мөмкин.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика