20:30 (UTC+5), 03 Декабрь 2020

Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәге проекты федераль статус алды

facebook.com
facebook.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге федераль статусҡа эйә булды. Бөгөн республика проекты федераль статус, шулай уҡ финанс ярҙамы алыу өсөн хөкүмәт конкурсында еңеп сыҡты, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин хөкүмәт ултырышында биш еңеүсене иғлан итте.
«Биш еңеүсе һайлап алынды, күпселеге – төбәк-ара үҙәк. Улар – «Киләсәк инженерияһы», «Алдынғы етештереү технологиялары һәм материалдар», «Рәсәй Арктикаһы: яңы материалдар, технологиялар һәм тикшереү ысулдары», «Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге» (Башҡортостан) һәм «ТулаТЕХ». Бөтәһе лә юғары ғилми-тикшеренеү, кадрҙар ҡеүәтенә һәм үҫешкән инфраструктураға эйә», — тине ул.
Хөкүмәт конкурсында еңеү – ҙур эш һөҙөмтәһе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендәге проект офисы уны йылдан ашыу алып барҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Конкуренция бик етди булды. Еңеүгә өлгәшеүебеҙ беҙҙең фәндең һәм мәғарифтың ҡеүәте ҙур булыуы, шулай уҡ ошо ҡатмарлы проект өҫтөндә идара итеү командаһының өлгөлө эшләүе хаҡында һөйләй».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика